Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡортостан йәштәре Мәләүездә фестивалгә йыйылды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 28 сентябрь 2012
Башҡортостан йәштәре Мәләүездә фестивалгә йыйылды
Йома, 28 сентябрҙә, Мәләүездә III «Ғорурланам һинең менән, тыуған Башҡортостан!» республика ижади йәштәр һәм студенттар фестивале үтә. Сара БР Президенты Хакимиәте, республиканың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Мәләүез районы хакимиәте ярҙамында ойошторола.
Фестивалдә дөйөм белем биреү мәктәптәренән, шулай уҡ лицей, гимназия, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарынан йәмғеһе меңдән ашыу кеше ҡатнаша.
Мәләүездә бындай сара өсөнсө йыл рәттән үткәрелә. Быйыл ул Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына арнала. Фестиваль Башҡортостандың мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендәге ҡаҙаныштарын һаҡлауға һәм уларҙы артабан арттырыуға булышлыҡ итә, йәштәргә үҙҙәренең ижади һәм ғилми мөмкинлектәрен тормошҡа ашырырға, яңы ҡыҙҡлы мәғлүмәт менән танышырға мөмкинлек бирә.
— Мәләүезде хаҡлы рәүештә йәштәр ҡалаһы тип атарға була, сөнки муниципаль район халҡының өстән бер өлөшөн тап йәштәр тәшкил итә, — тине Мәләүез районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илнур Мөлөков, фестивалдә ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.
Конкурс төрлө номинацияларҙа үткәрелә. Улар араһында – һынлы сәнғәт, плакат, фотоһүрәт, инша, видеоклип, ғилми-тикшеренеү эше. Йыл һайын фестиваль һәләтле йәштәр араһында яңы исемдәр аса, тип хәбәр итте Мәләүез районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге баш белгесе Елена Мазиева.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Дүшәмбе, 09 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
«Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды
Йәкшәмбе, 08 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар
Йома, 06 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө