Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡортостан Республикаһының халыҡ ижады үҙәге “Cаф сығанаҡтан” (“От чистого истока”) Бөтә Рәсәй визуаль ижад фестивалендә билдәләнгән.
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 30 сентябрь 2015
Башҡортостан Республикаһының халыҡ ижады үҙәге “Cаф сығанаҡтан” (“От чистого истока”) Бөтә Рәсәй визуаль ижад фестивалендә билдәләнгән.
Башҡортостан Республикаһының халыҡ ижады үҙәге “Cаф сығанаҡтан” (“От чистого истока”) Бөтә Рәсәй визуаль ижад фестивале лауреаты исеменә лайыҡ булған. Фестивалдең йомғаҡлау этабы 24 сентябрҙән 27 сентябргә тиклем, Мәскәүҙә, Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортонда һәм Калуга өлкәһе Боров районы, Петров ауылындағы “Этнодонъя” мәҙәни-уҡыу үҙәгендә үткән. “Cаф сығанаҡтан” (“От чистого истока”) Бөтә Рәсәй визуаль ижад фестивале Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәтен күтәреү, этнография, халыҡ ижады, декоратив-биҙәлеш сәнғәте, йолаларҙы яҡтыртҡан видоефильмдарҙы арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан фестивалдәрҙең береһе. БР халыҡ ижады үҙәгенең был фестивалдә беренсе тапҡыр ҡатнашыуы, республика исеменән ижади эштәр тәҡдим итеүе һәм шунда уҡ уңыш ҡаҙаныуы шатлыҡлы. Фестивалгә һайлап алынған эштәр Гран-при, “Иң яҡшы документаль фильм”, “Иң яҡшы анимацион фильм”, “Иң яҡшы уйын фильмы”, “Иң яҡшы телевизион фильм”, “Иң яҡшы видеочерк”, “Иң яҡшы режиссер эше”, “Иң яҡшы тауыш режиссеры эше”, “Иң яҡшы оператор эше” номинациялары буйынса бүленгән. Конкурста бөтә Рәсәй төбәктәренән ебәрелгән 200 ашыу видеофильм араһынан, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәфис Хәйруллин һәм Айҙар Зөбәйҙуллиндың “Башҡорт халыҡ-сәхнә бейеүҙәре нигеҙҙәре” фильмы “Методик ҡулланма” номинацияһында II дәрәжә дипломы менән бүләкләнгән. Ә “Ағиҙел” кинофотоклубы исеменән Рәмил Килмәмәтов, Рәмил Нафиҡов, Людмила Головкина тәҡдим иткән “XXIV Халыҡ-ара акция. “Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт-2014” программалар циклы ҡатнашыусы дипломын яулаған.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө