Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында республика ижадсылары төшөргән фильмдарҙы күрһәтәсәктәр
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Башҡортостан юлдаш телевидениеһында республика ижадсылары төшөргән фильмдарҙы күрһәтәсәктәр
Быйыл «Башҡортостан» киностудияһы ойошторолоуға 25 йыл. Ошо дата һәм Өфөлә үтәсәк ШОС һәм БРИКС саммиты айҡанлы, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында киностудияла төрлө йылдарҙа төшөрөлгән төрлө жанрҙағы фильмдар күрһәтеләсәк. 30 июндән 12 июлгә тиклем эфирға 7 фильм сығасаҡ.
30 июнь
Айнур Асҡаровтың «Еңмеш» ҡыҫҡа метражлы фильмы күрһәтелде.
4 июль
20.00 сәғәттә Әнүәр Райбаевтың «Рәхмәт» комедияһы күрһәтелһә,
5 июль
20.15 сәғәттә Булат Йосоповтың Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» фильмы эфирға сығасаҡ.
7 июль
23.30 сәғәттә Айнур Асҡаровтың «Әсә» кинокартинаһын ҡарарға була.
10 июль
23.30 сәғәттә Булат Йосоповтың Рудольф Нуриевҡа арналған «Визит» фильмы күрһәтелә.
11 июль
тамашасы хөкөмөнә Айсыуаҡ Йомағоловтың «Ел аулаусы» драмаһын тәҡдим ителәсәк. Төп ролдәрҙең береһендә – билдәле актер Марат Башаров.
12 июль
20.15 сәғәттә Булат Йосоповтың «Ауыл өҫтөндә йәйғор» мелодрамаһына тамаша ҡылырға була.
Киностудияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 12 июлдән һуң да фильмдар күрһәтеүҙе дауам итәсәктәр. Был хаҡта өҫтәмә рәүештә хәбәр итәсәктәр. Был юлы 22 фильм күрһәтеләсәк тип планлаштырыла.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө