Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡортостанда Польша мәҙәниәте көндәре
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шәмбе, 12 май 2012
Башҡортостанда Польша мәҙәниәте көндәре
Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Башҡортостанда Польша мәҙәниәте көндәре асыла. Быйыл улар «Яңырыу» поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәгенә 15 йыл тулыуға, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына һәм Польшала иғлан ителгән Януш Корчак йылына арнала.
11-16 майҙа үтәсәк Польша мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһы Башҡорт дәүләт университетында уҙғарыла. Унда Польша Республикаһы Варминск-Мазурск воеводалығы Олецко ҡалаһында урынлашҡан мәғариф учреждениелары вәкилдәре ҡатнаша.
Бөгөн үк Благовещен районында XIX быуат аҙағы — XX быуат башында поляктар ерләнгән элекке зыярат урынында иҫтәлекле билдә асыу тантанаһы була.
12 майҙа Өфө районы Октябрьский ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә билдәле поляк педагогы, яҙыусы, табип һәм йәмәғәт эшмәкәре Януш Корчакка бағышланған асыҡ дәрес үтә. Дәрестән һуң, йола буйынса, Януш Корчак иҫтәлегенә күккә ҡағыҙ осорғос ебәрелә. Бынан һуң Вольдзики тигән поляк ауылы иҫтәлегенә мәктәп янында урынлашҡан мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалыу тантанаһы була.
13 майҙа Поляк мәҙәниәте көндәре сиктәрендә «Йылмайыу бүләк ит!» хәйриә акцияһы үтә. Сарала ҡатнашыусылар Өфө районы Михайловка ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн приютҡа бара. Шул уҡ көндө 17-се балалар китапханаһында уҡытыусылар һәм студенттар өсөн поляк теле һәм фольклоры буйынса методик курстар уҙғарыла. Бында Польшаға арналған музей ҙа эшләп килә.
14 майҙа М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетында юғары уҡыу йорто һәм Олецко ҡалаһы хакимиәте араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәл үтә.
16 майҙа Польша ҡунаҡтары Краснокама районы Николо-Березовка ауылындағы «Никольский храм» тарихи-мәҙәни үҙәгенә бара.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө