Мордовия башҡалаһында Бөтә Рәсәй «Сияжар» анимация киноһы фестивале үтте. Унда Башҡортостан киностудияһынан Рим Шәрәфетдинов һәм Айгөл Байрамғолова халыҡ әкитәттәре буйынса төшөрөлгән «Һунарсы улы» проектын тәҡдим итте. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Республика аниматорҙары «Милли колоритлы һәм мауыҡтырғыс эш өсөн» дипломы менән бүләкләнде. Быйыл фестиваль мордва халҡының Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 1 мең йылға арналды һәм конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәрҙе билдәле жюриҙар менән бергә балалар ҙа баһаланы.