Башҡортостандың әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә дәүләт премияларына дәғүә итеүселәр билдәләнде

Башҡортостандың әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә дәүләт премияларына дәғүә итеүселәр билдәләнде
Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия сираттағы ултырышта тәҡдим ителгән әҫәрҙәргә Дәүләт премияларына дәғүә итеүгә конкурста ҡатнашырға рөхсәт итеү мәсьәләһен ҡараны.
2012 йылға Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияларына дәғүә итеүгә конкурста түбәндәге әҫәрҙәр ҡатнаша:
«Историческая среда» телевизион проекты (Башҡортостан юлдаш телевидениеһы каналы). Дәғүә итеүсе – Хәмиҙуллин Салауат Ишмөхәмәт улы, Башҡортостан Республикаһы «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының редакция етәксеһе. Тәҡдим итеүсе ойошма — Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы.
Әҙәби-нәфис баҫмаларҙан торған трилогия-эпопея:
«Яҙмыш ҡорбандары». Роман-хәтирә. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте. 1996. – 368 бит; «Ут эсендәге мөхәббәт». Роман-хәтирә. – Өфө: Китап, 2005. – 320 бит; «Ҡанлы бәхет». Роман-хәтирә. – Өфө: Китап, 2008. – 312 бит. Дәғүә итеүсе — Поварисов Суфиян Шәмсетдин улы, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының татар филологияһы кафедраһы профессоры. Тәҡдим итеүсе ойошма – БР «Өмет» гәзите редакцияһы дәүләт унитар предприятиеһы.
Әҙәби-нәфис баҫмалар:
«Арғымаҡ сапһын оҙаҡ». Лирик, сатирик шиғырҙар. Мәҫәлдәр. Поэмалар. — Өфө: Китап, 2009. – 432 бит. Дәғүә итеүсе — Мифтахов Риф Файзрахман улы, пенсионер, РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Тәҡдим итеүсе ойошма – Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы муниципаль райондың «Торатау» гәзите редакцияһы.
«Одинокий дом в тумане». Хикәйәләр. – Өфө: Китап, 2010 . – 456 бит. Дәғүә итеүсе — Генатулин Анатолий (Ғиниәтуллин Талха Йомабай улы), пенсионер, яҙыусы. Тәҡдим итеүсе ойошма — «Учалы яҙыусылар ойошмаһы» йәмәғәт берләшмәһе.
«Беҙ — улдары Башҡортостандың». Шиғырҙар, йырҙар, поэмалар, юмор һәм сатира. Китап, Өфө, 2009. – 376 бит. Дәғүә итеүсе — Муса Сиражи (Сиражетдинов Муса Шәрәфетдин улы), пенсионер, шағир. Тәҡдим итеүсе ойошма — БР «Кызыл таң» гәзите редакцияһы дәүләт унитар предприятиеһы.
«Золото Алдана». Роман. – Өфө: Китап, 2010. – 608 бит. Дәғүә итеүсе — Йыһаншин Камил Фәрухшин улы, «ШОК» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте элемтә предприятиеһы директоры. Тәҡдим итеүсе ойошма – БР Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы.
«Тыуған йорт». Шиғырҙар. – Өфө: Китап, 2010. – 304 бит. Дәғүә итеүсе — Закиров Мөхәмәт (Закиров Миңлемөхәмәт Тәфтизән улы), пенсионер, шағир. Тәҡдим итеүсе ойошма — Башҡортостан Республикаһының «Йәшлек» гәзите редакцияһы ҡаҙна предприятиеһы.
«Ыласындар оса бейектә». Шиғырҙар, йырҙар, хикәйәттәр – Өфө: Китап. 2007. – 368 бит. Дәғүә итеүсе — Рәшит Шәкүр (Шәкүров Рәшит Закир улы), филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы профессоры. Тәҡдим итеүсе ойошма — «Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы.
«Халҡым хазинаһы». Очерктар. – Өфө: Китап, 2011. – 352 бит. Дәғүә итеүсе — Бәҙретдинов Сәлимйән Миңлеәхмәт улы, филология фәндәре кандидаты, «Ватандаш» журналының баш мөхәррир урынбаҫары. Тәҡдим итеүсе ойошма — Башҡортостан Республикаһының «Ватандаш» журналы редакцияһы ҡаҙна предприятиеһы.
Флорид Бүләков пьесаһы буйынса «Москва-Васютки» спектакле. Дәғүә итеүселәр: Йыһаншин Азат Надир улы, БР Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының художество етәксеһе, «Москва-Васютки» спектакленең ҡуйыусы режиссеры; Нестеров Альберт Валерьевич, БР Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының баш рәссамы, «Москва-Васютки» спектакленең ҡуйыусы рәссамы; Бакирова Миңниса Миңлевәли ҡыҙы, БР Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры артисы, «Москва-Васютки» спектаклендә төп ролде башҡарыусы; Бакиров Филарит Абдулғәзим улы, БР Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры артисы, «Москва-Васютки» спектаклендә төп ролде башҡарыусы. Тәҡдим итеүсе ойошма – Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театры.
Нәфис әҫәрҙәр шәлкемдәре:
«Бабушкин Коран» (88 әҫәр), «Молитвы» (10 әҫәр), «Сестры Кусимовы» (12 әҫәр). Дәғүә итеүсе — Ханнанов Васил Мирғәзийән улы, БР Н.Латфуллин исемендәге Хәҙерге сәнғәт музейы директоры, РФ Рәссамдар союзы ағзаһы. Тәҡдим итеүсе ойошма — БР Н.Латфуллин исемендәге Хәҙерге сәнғәт музейы.
«Атайсал – Земля предков» (41 әҫәр). Дәғүә итеүселәр: Сөләймәнов Йәлил Әхмәт улы, БР Рәссамдар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары; Мазитов Әмир Миңлевәли улы, «Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идараһының «Һынлы сәнғәт» секцияһы етәксеһе. Тәҡдим итеүсе ойошма — «Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.
«Песнь об Урале» (29 әҫәр). Дәғүә итеүсе — Ғиләзетдинов Салауат Мөхәмәт улы, «Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идараһының «Графика» секцияһы етәксеһе, РФ Рәссамдар союзы ағзаһы. Тәҡдим итеүсе ойошма — «Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.
«Аҡмулла» скульптура комплексы. Дәғүә итеүселәр: Мәғәфүров Дамир Муса улы, «М.АРТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры, «Аҡмулла» скульптура комплексының баш архитекторы; Дворник Владимир Александрович, «М.АРТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте скульпторы; Ҡаһарманов Иршат Фәрит улы, «М.АРТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте архитекторы; Дворник Александр Александрович, рәссам, РФ Рәссамдар союзы ағзаһы. Тәҡдим итеүсе ойошма – М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.
Комиссия ижади ойошмаларға, йәмәғәт берләшмәләренә, әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге белгестәргә 2012 йылға Башҡортостан Республикаһының әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияларына дәғүә итеүгә конкурста ҡатнашыусы әҫәрҙәр һәм авторҙар коллективтары тураһында үҙ фекерҙәрен белдереү үтенесе менән мөрәжәғәт итә.
Конкурста ҡатнашыуға рөхсәт ителгән әҫәрҙәр тураһында фекер алышҡанда Комиссия түбәндәге һорауҙарға иғтибар итергә тәҡдим итә: әҫәрҙең йәмғиәттә танылыу яулау кимәле (республикала, башҡа төбәктәрҙә, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәрҙә); илдәге һәм сит илдәрҙәге алдынғы ижади ойошмаларҙың, билдәле ижади эшмәкәрҙәрҙең әҫәргә баһа биреүе; әҫәрҙең Башҡортостан Республикаһын рухи-мәҙәни йәһәттән үҫтереү, үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләү йәһәтенән әһәмиәтлелеге.
Әҫәрҙәр һәм авторҙар коллективтары буйынса барлыҡ материалдарҙы 2012 йылдың 1 сентябренә тиклем Өфө ҡалаһы, Туҡаев урамы, 46, Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте, 328-се, 419-сы бүлмәләр адресы буйынса Комиссияға ебәреү мотлаҡ. Белешмәләр өсөн телефондар: 280-80-93, 280-80-75.
Сығанаҡ: "Башинформ"

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb