Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әминеваның концерты үтте
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 17 январь 2012
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әминеваның концерты үтте
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Резеда Әминеваның концерты үтте. Был концертын йырсы ижадына 25 йыл тулыуға бағышланы. Концертта шулай уҡ ҡурайсы Азат Айытҡолов, баянсы Хәлит Фәтихов, композитор Юлай Үҙәнбаев, бейеүсе Урал Әминев, йырсылар Айҙар Ғәлимов, Роза Аҡкучукова, Хәлимә Ғәббәсова, Зәбирә Әминева ҡатнашты. Концерт бик үҙенсәлекле булды. Беренсе бүлектә Резеда Әминева башҡарыуында халыҡ йырҙары, ретро йырҙар яңғыраны, ә икенсе бүлек инде өр-яңы йырҙар, дуэттар һәм ижадташ дуҫтарының ҡотлауҙары менән үрелеп барҙы. Шулай уҡ йырсыны сирек быуат ижады менән ҡотларға тип, уның яҡташтары, Бөрйән районы хакимиәте башлығы Әхмәдйәнов Динир Әсғәт улы, райондың мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Теләүбаева Клара Мөнир ҡыҙы ла килгән ине. Борон-борондан йыр кешенең юлдашы булған, әҙәм балаһы йырлап хәсрәтен таратҡан, йөрәген ял иттергән. Резеда Әминеваның матур ижад кисәһен ҡарап халыҡ, донъя хәстәрен әҙгә генә булһа ла онотоп, күңел тыныслығы алып ҡайтҡандыр. Ул сәнғәтте һөйөүселәргә күңелле ял сәғәттәре бүләк итте.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы»
порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө