Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, бейеүсе Рәшиҙә Туйсина матур юбилейын билдәләй
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 04 май 2012
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, бейеүсе Рәшиҙә Туйсина матур юбилейын билдәләй
Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, мәшһүр бейеүсе Рәшиҙә Туйсина матур юбилейын билдәләй.
Ул 1942 йылдың 10 майында Башҡортостандың Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған.
1960 йылда Баймаҡта пионервожатый булып эшләгән сағында Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә бейеүселәр йыйыу тураһында иғлан ишетә. Конкурста үҙе яратып бейегән «Заһиҙа»ны башҡара. Ансамбль етәксеһе Фәйзи Ғәскәров тал сыбығындай нәҙек, һомғол буйлы йәш ҡыҙҙың киләсәктә башҡорт бейеүе сәнғәтенең ынйыһы буласағын төҫмөрләп ҡала һәм ансамблгә саҡыра.
Бейеүсенең репертуарында «Заһиҙа», «Гөлнәзирә», «Ете ҡыҙ», «Шаян ҡыҙҙар» һ.б. бик күп бейеүҙәр бар.
1968 йылда Рәшиҙә Туйсина ире Әнүәр Ишбирҙин һәм Салаут Дәүләтбаев менән Софияла Йәштәр һәм студенттарҙың IX Бөтә донъя фестивалендә ҡатнаша. Фестивалдән Рәшиҙә Туйсина алтын миҙал алып ҡайта. Шул уҡ йылда Ғәлимов Сәләм исемендәге премия бирелә.
Мәскәүҙең Кремель һарайы, Франция, Һиндостан, Испания, Германия, Швеция, Пакистан,Финляндия һ.б. илдәр тамашасылары алҡышлай.
Башҡорт бейеү сәнғәтен юғары кимәлгә күтәргәне өсөн Рәшиҙә Туйсинаға Башкортостандың Салауат Юлаев исемендеге дәүләт премияһы бирелә.
Ул үҙенең бейеүгә, сәхнәгә ғашиҡ булыуы менән ижадҡа тоғролоғон ғына түгел, ә техниканан тыш, рухың, йәнең башҡорт булыу кәрәклеген дә иҫбатланы.
11 майҙа Республикабыҙҙың ғына түгел, тотош илебеҙҙең һөйөүен яулаған, Урал тауҙарының хозурлығын, ғорурлығын, башҡорт ҡатын – ҡыҙҙарының гүзәллеген донъя кимәленә сығарып данлаған, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисткаһы, бейеү алиһәһе - Рәшиҙә Туйсинаның 70 йәшлек юбилей тантанаһына рәхим итегеҙ!
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө