Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Шәүрә Дилмөхәмәтова алтын юбилейын билдәләй

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Шәүрә Дилмөхәмәтова алтын юбилейын билдәләй
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Шәүрә Дилмөхәмәтова үҙенең алтын юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 25 декабрҙә актрисаның юбилей кисәһе уҙасаҡ. Шәүрә Дилмөхәмәтова талантлы йырсы, бөтә донъяға танылған ҡурайсы, шағир Ишмулла Дилмөхәмәтов һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, драматург Әнисә Дилмөхәмәтованың ғаиләһендә тыуа. Ошо данлыҡлы ғаиләлә тыуып үҫкән кеше нисек талантлы булмаһын инде?! Әлбиттә ул да ата-әсәһе юлын һайлай, театр донъяһына башкөллө сума. Шәүрә Дилмөхәмәтова сәнғәт институтының II курсында уҡыған сағында уҡ Башҡорт академия драма театрында уйнай башлай, уның һәр сығышын тамашасылар алҡыштарға күмә. Ул актриса булараҡ сәскә атып ҡына килгән ваҡытта , Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры төҙөлә башлай. Театрҙың баш режиссеры Гөлдәр Ильясова төрлө театрҙарҙан иң яҡшы артистарҙы үҙ труппаһына эшкә саҡыра. Академтеатрҙан иң данлыҡлы артистарынан И. Йомағолов, Х. Яруллин һәм улар менән бергә Ә. Хөсәйенов, Ш. Дилмөхәмәтова, Ә. Әхмәҙуллин кеүек талант эйәләре Стәрлетамаҡҡа юллана. Шәүрә Дилмөхәмәтова был театрҙы үҫтереүгә ун йыл ғүмерен бирә. Шунан ул яңынан тыуған театрына – Башҡорт академия драма театрына әйләнеп ҡайтып, үҙенең бәхетле, ижади ғүмерен дауам итә, яңынан-яңы ролдәр башҡара, йөҙөп эшләй. Актрисаны юбилейы менән ҡотларға коллегалары, дуҫтары һәм башҡа театрҙарҙың сәнғәт әһелдәре киләсәк.
 «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb