Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡортостандың халыҡ артисы Филюс ГӘРӘЕВтың иҫтәлегенә арналған ретро коцерт
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Башҡортостандың халыҡ артисы Филюс ГӘРӘЕВтың иҫтәлегенә арналған ретро коцерт
“Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен” концерттар циклы - ул бар ғүмерен халыҡҡа йыр-моң таратыуға, сәхнәгә бағышлаған билдәле моң эйәләрен иҫкә алыу, уларҙың ижадына дан йырлау. Циклдың киләһе 3-сө тамашаһы Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле йырсы Филюс Гәрәевтың иҫтәлегенә арнала. Филюс Гәрәевтың исеме тамашасыға “Ирәндек”, “Уйыл”, “Ғайса” башҡорт халыҡ йырҙары аша яҡшы таныш. Ул башҡорт, татар композиторҙарының әҫәрҙәрен үҙенә генә хас ихласлыҡ һәм йөрәк йылыһын һалып башҡарыуы, сағыу сығыштары менән тамашасы күңелен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә арбай.
Йырсы профессиональ сәхнәгә бормалы юлдар менән килә. Ҡайҙа ғына йөрөмәһен, ниндәй генә профессия вәкиле булмаһын, Филюс Гәрәев йыр-моңдан айырылмай. Сибай ҡалаһында эшләгән йылдарында, ул художество үҙешмәкәр ансамблдәрҙә сығыш яһап йөрөй, драма түңәрәге ҡуйған спектаклдәрҙә ҡыҙыҡлы образдар тыуҙыра. Үҙешмәкәр йырсыларҙың республика конкурсында беренсе урын яулаған егет. Концертта Филюс Гәрәев Р.Мортазиндың “Ҡандракүл” исемле йырын башҡара. Бөтә зал, шул иҫәптән жюри ағзалары ла яңы йырсыны көслө алҡыштарға күмә. Тап ошо саранан һуң, һәләтле егетте Мәҙәниәт министрлығы Өфөгә саҡыртып ала һәм Өфө сәнғәт училищеһына вокал бүлегенә уҡырға инергә “ҡоҙалай”. Көндөҙ заводта эш, кисен вокал серҙәрен өйрәнә. Белем усағын тамамлағас, Филюс Фазлыәхмәт улына филармонияға эшкә юллама бирелә. Мәҙәни усаҡта ысын ижад донъяһы асыла моң әһеленә. Филармониялағы барлыҡ концерттарҙа ла тиерлек ҡатнаша, яңынан-яңы йырҙар яҙҙыра, Рәсәй һәм сит ил тамашасыһында башҡорт моңона сорнай. Филюс Гәрәев башҡарыуындағы йырҙар бөгөнгө көндә лә өшөгән күңелдәрҙе йылыта, яҡты хыялдар иленә әйҙәй, өмөт һәм шатлыҡ нурына күмә.
Хөрмәтле тамашасылар! Билдәле йырсы, һоҡландырғыс шәхес Филюс Гәрәев ҡабыҙған моң ялҡыны тирәләй ял итергә рәхим итегеҙ!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө