Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәшит Зәйнетдиновҡа 75 йәш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 18 июнь 2013
Башҡортостандың халыҡ рәссамы Рәшит Зәйнетдиновҡа 75 йәш
Бөгөн Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Сәйфетдин улы Зәйнетдиновҡа 75 йәш тулды. Атаҡлы рәссам Ғафури районы Түбәнге Ҡауарҙы ауылында тыуып үҫкән. Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң 1985 йылға тиклем Башҡортостан ижади-производство комбинатында баш рәссам булып эшләй. 1991 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт академияһы уҡытыусыһы, 1994 йылдан – художество факультеты деканы.
Рәшит Сәйфетдин улы живопись, портрет жанрында әүҙем эшләй. Билдәле рәссам Г.Калитов менән берлектә 2002 йылда «Йондоҙлоҡ» тип аталған картинаһы республиканың мәҙәниәт донъяһында ҙур популярлыҡ яуланы. Ауыл хеҙмәтсәндәренең портреттары «Көтөүсе Ярулла», «Һауынсы Мөнирә», яҙыусыларҙың һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең портреттары «Шағир Ғәле Соҡорой», «Ә.-З.Вәлиди Туған», «А.Инан», жанр эштәре: «Трассалар: 720-се км», «Атай хәтере» триптихы, «Икмәк тураһында йыр» картиналары тамашасыға яҡшы таныш.
Рәшит Зәйнетдинов пейзаж жанрында ла емешле эшләй. Уның картиналары Башҡорт дәүләт художество музейында, Милли музейҙа, Й.Кейекбаев исемендәге музейҙа, Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Юбилярҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, ижад ҡомарының оҙаҡ йылдар һүнмәүен теләйбеҙ!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө