Баш ҡалаға билдәле Рәсәй балетмейстры Владимир Васильев килде

Баш ҡалаға билдәле Рәсәй балетмейстры Владимир Васильев килде
Сәхнә оҫтаһын «Өфө» халыҡ-ара аэропортында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ҡаршы алды.
Владимир Васильевтың республикаға килеүе осраҡлы түгел. Ул «Мәрхәмәт» хәйриә фонды, Рус дәүләт академия драма театры менән берлектәге шәфҡәтлелек сараһында ҡатнаша. Владимир Васильевтың концертында мөмкинлектәре сикләнгәндәр, балалар йорто тәрбиәләнеүселәре, төрлө музыка мәктәбе уҡыусылары сығыш яһай.
Күренекле балетмейстр килеп төшөү менән концерт программаһы менән танышты. Әйткәндәй, ул Өфө тамашасыһы алдында тәүгә сығыш яһай. Сәхнә оҫтаһы башҡорт балеты йондоҙҙары менән яҡшы таныш булыуын әйтте.
Сығанаҡ: БЮТ сайтынан

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb