Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Баш ҡалала һынлы сәнғәт һәм сценография күргәҙмәһе эшләй
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 10 февраль 2012
Баш ҡалала һынлы сәнғәт һәм сценография күргәҙмәһе эшләй
Өфөнөң «Урал» галереяһында рәссам-сценограф Нурия Ғәбиҙуллинаның «Һынлы сәнғәт һәм сценография» исемле күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла Өфөнөң алдынғы театрҙары өсөн әҙерләнгән декорация өлгөләре, шулай уҡ ҡала пейзаждары тәҡдим ителә.
Сценография сәнғәте серҙәренә рәссам Өфө сәнғәт училищеһында төшөнә башлай, бынан һуң ул Сәнғәт академияһында белем алыуын дауам итә. «Нур» дәүләт театрында йәш ҡыҙға ҡайһы бер спектаклдәр өсөн костюмдар әҙерләүҙе ышанып тапшыралар. Бер аҙҙан ул Мәскәүгә «Ленком» дәүләт театрының баш рәссамы Олег Шейнцисҡа стажировка үтергә бара. Бер йылдан һуң Өфөгә кире әйләнеп ҡайтҡас, «Нур» театры менән хеҙмәттәшлек итеүен дауам итә.
— Мин әкиәттәр өсөн декорациялар өҫтөндә эшләргә яратам, — тине Нурия Ғәбиҙуллина. – Уйҙарыңдың сәхнәлә кәүҙәләндерелеүен күҙәтеү һәр саҡ ҡыҙыҡ, шуға күрә театр минең өсөн иң яратҡан эшем булып ҡаласаҡ.
Күргәҙмә 21 февралгә тиклем эшләйәсәк.
Сығанаҡ:
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө