Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Баш ҡалала тарихи-мәҙәни ағас архитектураһы музейы быйыл төҙөлә башлай
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 05 сентябрь 2012
Баш ҡалала тарихи-мәҙәни ағас архитектураһы музейы быйыл төҙөлә башлай
Төрлө ваҡытта төҙөлгән ағас йорттарҙы һаҡлап ҡалыу эштәре хәҙер тотош Рәсәй буйлап ғәмәлгә ашырыла. Ҡайһы бер ҡалаларҙа хатта бындай йорттар тарихи кварталдар барлыҡҡа килтерә. Ләкин Өфөлә ағас биналар һәм йорттар төрлө ерҙә урынлашҡанлыҡтан, уларҙың һәр береһен айырым һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге юҡ. Шуға күрә баш ҡалала тик ағас архитектураһы ҡомартҡыларынан ғына торған тарихи-мәҙәни музей асырға ҡарар ителгән дә инде. Мәҙәниәт министрлығының мәҙәни мираҫты һаҡлау бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көнгә проект хупланған һәм төҙөлөш эштәре быйылғы йыл аҙағында башланасаҡ, тип көтөлә. Музейҙа бөгөнгәсә һаҡланған һәм шулай уҡ йәмғиәт өсөн юғалтылған тип һаналған уникаль ағас ҡомартҡылар тупланасаҡ. Емерелгән ағас йорттар фотоһүрәттәр һәм һыҙмалар ярҙамында яңынан тергеҙеләсәк. Улар исемлегенә Видинеевтың Йәйге театры, Зайковтарҙың йәйге дачаһы һәм башҡа объекттар инә. Шул уҡ ваҡытта Видинеевтың Йәйге театрын үҙенең тарихи урынында - Аксаков паркында - тергеҙеү мөмкинлеге лә күҙ уңында тотола.
Ун гектар ерҙе биләйәсәк музей ике тематик зонанан торасаҡ. "Иҫке Өфө" зонаһында тик баш ҡалаға ғына ҡағылышлы ағас йорттар ҡалҡып сыҡһа, "Халыҡ-ара ауыл" зонаһында иһә донъяның төрлө илдәренең ағас архитектураһы ҡомартҡыларын күрергә мөмкин буласаҡ. Музей территорияһында Австрия, Германия, Япония, Корея, Ҡытай, Америка, Финляндия һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙең ағас архитектура ҡомартҡылары урынлашасаҡ. Уларҙың һәр береһе айырым территория биләп, шул илгә хас булғанса итеп биҙәләсәк. Шулай уҡ территорияның тышҡы ҡиәфәтенә генә түгел, ә эске биҙәлешенә лә ҙур иғтибар бүленәсәк. Мәҫәлән, Япония биләмәһе территорияһында музейға килеүселәр япондарҙың билдәле сәй йолаһын ҡарау, ә теләгәндәр япон телен өйрәнеү мөмкинлеге аласаҡ. Шулай уҡ музей территорияһында теге йәки был илгә генә хас булған һөнәрселек өлгөләрен дә урынлаштырыу ҡаралған.
Ағас архитектураһы музейы ял итеү урыны менән бер рәттән, уҡыусы балалар, студенттар, ғөмүмән, барыһына ла республика һәм донъя илдәренең тарихын өйрәнеү, йола һәм традицияларын күҙ алдына баҫтырыу мөмкинлеге биргән урын булып торасаҡ. Музейҙы ҡарарға килеүселәр өсөн уның территорияһында барлыҡ шарттар ҙа булдырыласаҡ. Мәҫәлән, унда заманса ҡунаҡхана үҙ ишектәрен асасаҡ. Шулай уҡ бөтә музей территорияһында интернет селтәре менән иркен ҡулланып буласаҡ.
Сығанаҡ:
«Киске Өфө»
гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө