Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Баш ҡалала «ут күршеләр» йыйылды
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 07 сентябрь 2012
Баш ҡалала «ут күршеләр» йыйылды
Кисә, 6 сентябрҙә Салауат Юлаев майҙанында V Халыҡ-ара төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» фестивале асылды. Был байрамға баш ҡалабыҙ бик ентекле әҙерләнгән. Тирә-яҡты моңға күмеп дәртле көй ағыла. Йыйылған һәр халыҡтың төрлө милли кейеменә ҡарап хайран ҡалырлыҡ. Майҙанда теҙелеп киткән этнографик тирмәләр һәр кешенең иғтибарын йәлеп итә.
Барлыҡ төрки халыҡтарҙы берләштергән әлеге мәҙәни сара биш йыл һайын уҙғарылып килә. Туғандар оҙаҡ күрешмәй торһа, һағыныу хисенең ни тиклем көсәйеүе күптәргә мәғлүм.
Сараны асыу тантанаһында «ТӨРКСОЙ» Халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов һәм төрки илдәрҙең мәҙәниәт министрҙары ҡатнашты. Республикабыҙ Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. «Халыҡ-ара төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» фестивале сәхнә оҫталары һәм театр һөйөүселәре өсөн онотолмаҫ байрам булыр, театр коллективтарының ижади үҫешенә, бер-береһе менән хеҙмәттәшлегенә яңы һулыш бирер, тип ышанам», — тиелә Президентыбыҙ ҡотлауында.
Фестивалде асып М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Нәжип Асанбаев әҫәре буйынса Айрат Абушахманов сәхнәләштергән «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» тарихи драмаһын тәҡдим итте.
Фотогалереяға күсергә
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө