Баш ҡалала Юрий Шевчукка 55 йәш тулыуға арналған фотокүргәҙмә асылды

Баш ҡалала Юрий Шевчукка 55 йәш тулыуға арналған фотокүргәҙмә асылды
«Июнь» сауҙа үҙәге фойеһында Юрий Шевчуктың юбилейына арналған фотокүргәҙмә асылды. Бөгөн билдәле яҡташыбыҙға, «ДДТ» төркөмө лидерына 55 йәш тула.
54 фотоһүрәттә — Юрий Юлиан улының тормош юлынан күренештәр: ижадын хөрмәт итеүселәр, журналистар менән осрашыуҙар, концерттар. Фотоһүрәттәрҙә улы Петр, әсәһе Фәниә, апайы Наталья ла бар. Шулай уҡ күргәҙмә эштәрендә төркөмдөң тәүге һәм әлеге составын күрергә була. Барлыҡ фотоһүрәттәр «Комсомольская правда» гәзите архивынан алынған, авторҙары — Мила Киян, Марат Мөлөков, Фәнил Хәкимов, Евгений Вайднер һәм Александра Витковская.
Экспозиция «Июнь» сауҙа үҙәгендә — 18 майға тиклем, «Мир» сауҙа һәм күңел асыу үҙәгендә 19-29 майҙа эшләйәсәк. Инеү бушлай.
Сығанаҡ: «Башинформ» 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb