Баш йортобоҙҙо данлап...

Баш йортобоҙҙо данлап...
Билдәле шағир, ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Рәшит Шәкүрҙең ижадында көнүҙәк проблемаларға, халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәренең тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған публицистик мәҡәләләр һәм очерктар ҙур урын биләй. Уның «Сыңрау торналар иле» (1996), «Арҙаҡлы башҡорттар» (1998; 2-се баҫмаһы — 2005 йыл), «Быуаттар аманаты» (2002), урыҫ телендә донъя күргән «Рухиәт шишмәләре» («Истоки духовности», 2009) тигән китаптарын әҙәби һәм ғилми йәмәғәтселек юғары баһаланы. Яңыраҡ Рәшит Закир улының «Баш йортобоҙ — Башҡортостан» исемле мәҡәләләр һәм очерктар йыйынтығы баҫылып сыҡты. Унда яҙыусының тыуған республикабыҙға, тарих һәм этнография, туған тел, топонимика, рухи мәҙәниәтебеҙгә арналған мәҡәләләре, ижади портреттары, иҫтәлектәре бергә тупланған.
Китап туған тел һәм әҙәбиәт белгестәренә, аспиранттарға, студенттарға, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыларына тәғәйенләнгән. Сығанаҡ: «Башҡортостан» гәзите

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb