Баш ҡала театрҙары үҙенә саҡыра!

Баш ҡала театрҙары үҙенә саҡыра!
Һәр иртәне яңы мөмкинлектәр менән тулы көн, тип ҡабул иткәндәрҙе эш көнө аҙағында ял итеп тә алырға саҡырабыҙ һәм 29 октябрҙә республиканың баш ҡалаһында көтөлгән мәҙәниәт усаҡтарында  көтөлгән мәҙәни саралар теҙмәһенә күҙ һалырға өндәйбеҙ.

29 октябрҙә М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында күренекле әҙип яҙған “Заһир һәм Гөлшат. Яуҙы еңгән мөхәббәт” (М. Кәрим) спектакле тәҡдим ителә. Драма театрҙың ҙур сәхнәһендә, 19.00 башлана.

Рус дәүләт академия драма театры коллективы иһә, тамашасыны ҙур залда А. Володиндың “Фабрика ҡыҙы” һәм кесе залда Я. Пулиновичтың “Бөтмәҫ-төкәнмәҫ апрель” спектаклдәре менән ҡаршы аласаҡ. Спектаклдәр, шулай уҡ, 19.00 башлана.

БД опера һәм балет театрында Ш. Перро яҙған әҫәр "Йоҡоға талған һылыу" спектакле-П. Чайковский балетҡа әүерелдергән балет көтөлә.
Ул да театрҙың ҙур залында, 19.00 башлана.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb