Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Баш ҡалала ауыл-музей барлыҡҡа киләсәк
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 31 август 2012
Баш ҡалала ауыл-музей барлыҡҡа киләсәк
Өфөнөң йөҙөн билдәләгән ағас йорттар һәм ҡоролмаларҙың киләсәге өсөн хәҙер борсолорға урын юҡ – улар тиҙҙән Өфөлә үҙенсәлекле музейға берләшәсәк. Был иң тәүҙә тарихи өйҙәрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн эшләнһә, шулай уҡ республикабыҙға туристарҙы йәлеп итеү йәһәтенән дә отошло алым буласаҡ.
2015 йылда Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы советы ултырышы һәм БРИКС осрашыуы үтеүе көтөлә. Ошо һәм башҡа донъя кимәлендәге мөһим сараларға баш ҡалабыҙ бөгөндән әҙерләнә башланы. Ағас ҡомартҡылар музейы ла Өфөнөң йөҙөн сағылдырған, урындағы халыҡтың һәм туристарҙың яратҡан ял урынына әйләнер тип өмөтләнә белгестәр.
Бындай асыҡ һауала урынлашҡан музейҙар сит илдәрҙә ныҡ таралған. Беҙҙеке лә уларҙан кәм булмаһын өсөн төҙөүселәр бөтөн көсөн һаласаҡ. Башҡортостан Президентының архитектура буйынса советнигы Ришат Муллагилдин тап ошоға ышандырҙы ла инде.
Парк-музей мәҙәниәт усағы ғына булып ҡалмаясаҡ, ә ял һәм белем алыу үҙәгенә әйләнәсәк тип көтөлә. Ул "Иҫке Өфө" һәм "Халыҡ-ара ауыл" тип аталған ике өлөшкә бүленәсәк. Беренсеһендә баш ҡаланың ағас архитектураһы өлгөһө булған 15 – 20 йорт урынлашасаҡ. Уларҙың бер өлөшө бөгөн ныҡ иҫкергән һәм һүтеп алынған. Яңыртылғандан һуң улар ошо музей биләмәһендә ҡабаттан ҡороласаҡ. Үкенескә ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһында юғалған ҡомартҡыларыбыҙ ҙа байтаҡ. Улар иһә һаҡланып ҡалған фотолар менән һыҙмаларҙан тергеҙеләсәк.
"Халыҡ-ара ауыл" иһә тиңе булмаған проектҡа әйләнәсәк. Бында Япония, Ҡытай, Корея, Норвегия, Дания, Германия кеүек илдәрҙең архитектура өлгөләре урынлашасаҡ. Мәҫәлән, Японияла иҫке йортто утилләштереү үтә лә ҡыйбатҡа төшә, уны сит илгә оҙатыу күпкә отошло икән. Музейҙың тап ошондай йорттар менән тулыланыуы мөмкин. Шулай уҡ Өфө ҡунаҡтары өсөн 100 номерлыҡ ҡунаҡхана төҙөләсәк.
Музейҙағы йорт-ҡоролмаларҙың эсе лә үҙ заманына яраҡлаштырып биҙәләсәк. Шулай уҡ бында килгән ҡунаҡтар милли ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар менән танышасаҡ, боронғо кәсепселек өлгөләренә тамаша ҡыласаҡ. Уҡыусылар һәм студенттар өсөн бында асыҡ дәрестәр үтәсәк. Йәғни, һәр кем үҙен үткән замандарға барып, ул мәлдәге халыҡтың көнитмешен күреп ҡайтҡандай хис итәсәк.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө