Баш ҡалала «Азия сәскәләре» милли мәҙәниәттәр фестиваленең гала-концерты үтә

Баш ҡалала «Азия сәскәләре» милли мәҙәниәттәр фестиваленең гала-концерты үтә
Бөгөн, 12 ноябрҙә М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында «Азия сәскәләре» милли мәҙәниәттәр фестиваленең гала-концерты үтә. Әлеге фестиваль мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан Республикаһы Президенты грантын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелде. Сараны ойоштороусылар булып БР Мәҙәниәт министрлығы һәм төбәктең Халыҡтар дуҫлығы йорто сығыш яһаны. Азия халыҡтарының милли йолаларын һәм традицияларын популярлаштырыу, уларҙың бай мираҫын, тарихын һаҡлау, Азия илдәре вәкилдәрен республиканың мәҙәни тормошона йәлеп итеү, мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу «Азия сәскәләре» фестиваленең төп маҡсаттары булып торҙо.
Концерт программаһында – үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусыларҙың, шулай уҡ художестволы коллективтарҙың сығышы. Уларҙың барыһы ла республиканың милли-мәҙәни үҙәктәрендә ойошторолған һайлап алыу турҙарын үткән. Шулай уҡ сарала билдәле «Далан» төркөмөнөң сығышы көтөлә.
Концерт 19 сәғәттә башлана. Инеү бушлай.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb