БашДУ-ла Жәлил Кейекбаевтың иҫтәлегенә арналған конференция үтте

БашДУ-ла Жәлил Кейекбаевтың иҫтәлегенә арналған конференция үтте

БашДУ-ла «Профессор Жәлил Кейекбаев һәм уның Урал-Алтай һәм төрки филологияһы үҫешенә индергән өлөшө» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Форум билдәле ғалимдың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә ойошторолдо.

Сарала ҡатнашыусыларҙы юбилей сараларын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты етәксеһе, Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина сәләмләне. Ул яҙыусының ҡыҙы, Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогика кафедраһы доценты Зөһрә Жәлил ҡыҙын сәхнәгә саҡырҙы һәм гөлләмә тапшырҙы.

Зөһрә Кейекбаева, үҙ сиратында, республика Хөкүмәтенә, айырыуса атаһының китаптарын баҫтырыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Башҡорттар араһында тәүге филология докторы ҡыҙы яңыраҡ атаһының дәфтәрҙәре араһынан уның йәшерәк саҡта яҙған шиғырҙарын табыуы хаҡында әйтте. Унда ғалим, кешене балалар үлемһеҙ итә, тигән фекер йөрөтә. Зөһрә Жәлил ҡыҙы үҙе тәржемә иткән шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Сарала шулай уҡ Татарстандың Фәндәр академияһы академигы, 83 йәшлек тел белгесе Мирфәтих Зәкиевҡа БашДУ-ның почетлы докторы тигән исем бирелде.

Артабан конференция ете секция буйынса дауам итте. Дөйөм алғанда ғалимдар Жәлил Кейекбаевҡа, тел ғилеменә арналған башҡорт һәм рус телдәрендә 135 доклад уҡыны.

Автор: Ольга Мортазина

«Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb