Делегация составында шулай уҡ Дмитрий Бирюков (Новосибирск), Алиса Ғәниева (Мәскәү), Ирина Богатырева (Ульяновск) бар. Уларҙың барыһы ла төрлө йылдарҙа «Дебют» дөйөм Рәсәй әҙәби премияһы лауреаттары һәм финалистары булған.
Сәфәрҙе ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, инглиз телендәге «Off the beaten track» йыйынтығының презентацияһы үтәсәк. Унда Игорь Савельевтың «Төҫһөҙ ҡала» («Бледный город», «The pale city», Аманда Лав Даррах тәржемәһе) повесы ингән.
Рәсәйҙең йәш яҙыусылары Вашингтон, Нью-Йорк, Бостон һәм башҡа ҡалаларҙа буласаҡ. Улар төрлө университеттарҙа, китапханаларҙа сығыш яһаясаҡ. Ғөмүмән, программа сараларға бик бай булмаҡсы.