Башҡорт академия драма театрында журналистар менән осрашыу үтте

Башҡорт академия драма театрында журналистар менән осрашыу үтте
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 93-сө театраль сезонын ябыу айҡанлы журналистар менән осрашыу үткәрҙе. Пресс-конференцияны театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов асты. Олег Закир улы 93-сө театраль сезондың һөҙөмтәләре, театр ҡатнашҡан фестивалдәр, Ҡазан ҡалаһындағы гастролдәр менән таныштырҙы. Актер Алмаз Әмиров «Мельпомена Таврия» XV Халыҡ-ара театраль фестиваль (Украина) хаҡындағы кисерештәре менән бүлеште. Унда «Әлифбанан бер себеш» моноспектакле бик яҡшы баһа алған. Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәт Үтәшев журналистарҙы Ырымбурҙа үткән «Гостиный двор» Халыҡ-ара фестиваль менән таныштырҙы. Актерҙың «Эдип батша» трагедияһында һынландырған батша роле тәнҡитселәр тарафынан йылы ҡабул ителгән. Режиссер Айрат Әбушахманов Ҡазан ҡалаһында үткән «Науруз» төрки телле театрҙарҙың фестивале хаҡында һөйләне. Унда театрыбыҙ «Ай тотолған төндә» драмаһын сәхнәләштерҙе. 
Олег Ханов киләһе театраль сезонда тамашасыны нимәләр көткәне хаҡында ла ҡыҫҡаса һөйләне. Мәжит Ғәфури әҫәре буйынса ҡуйылған «Ҡара йөҙҙәр» драмаһы, Таңсулпан Ғарипова әҫәре буйынса мюзикл әҙерләнә. Шулай уҡ башҡа драматургтар менән дә эш бара, бер нисә пьеса бар, улар үҙ өҫтөндә эшләүҙе талап итә, тине художество етәксеһе. Театр үҙенең киләсәге хаҡында ла ҡайғырта. Йәш актер Илсур Ҡаҙаҡбаев быйыл ҡулына режиссер дипломы ала. Мәскәүҙә белем алған белгескә театр оло өмөттәр бағалай, әле Илсур тамашасы хөкөмөнә «Аяуһыҙ һабаҡ» спектаклен сығарҙы ла инде, әйтергә кәрәк, тәүге эш булһа ла, уңышлы булды. Шулай уҡ З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһында театр өсөн махсус курс әҙерләнә. 
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 июнь театр 93-сө театраль сезонын ғәҙәттәгесә премьера менән яба. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин әҫәре буйынса (Рәлиф Кинйәбаев инсценировкаһы) “Ер менән күк араһында” спектакле тамашасыһын көтә. 
"Башҡортостандың мәҙәни донъяһы" интернет-порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb