Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» конкурсының гала-концертына рәхим итегеҙ!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 29 ноябрь 2012
Башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың «Байыҡ» конкурсының гала-концертына рәхим итегеҙ!
Башҡорт бейеүе – дәүерҙәр һынауын үткән, халҡыбыҙҙың быуындарҙан килгән аҫыл хазинаһына тамырҙары менән береккән сәнғәт ынйыһы. «Байыҡ» республика телевизион конкурсы ошо хазинаны бар сағыулығында балҡытыусы ижад майҙаны булһа, сараның гала-концерты күңелдәрҙе ҡояш нурына мансыған, күҙҙәрҙә йән иретер нур уйнатҡан башҡорт бейеүен һөйөүселәрҙең уртаҡ байрамы ул.
«Байыҡ» - Башҡортостан юлдаш телевидениеһының иң уңышлы проекттарының береһе. Конкурстың маҡсаты - башҡорт бейеүҙәренең халыҡсанлығын һаҡлау, уны башҡа тарафтарға танытыу. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектәге проекттың хәҙер инде биш йыллыҡ тарихы бар.
Конкурстың етәксеһе һәм авторы Рита Өмөтбаева йыл буйы дауам иткән конкурс тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашып, бәйгенең, йылдағыса, ҡыҙыу барыуын билдәләне. Быйыл унда биш йөҙҙән ашыу (!) конкурсант ҡатнашҡан. Бейеү байрамында уларҙың «иң-иң»дәре сығыш яһаясаҡ. Халҡыбыҙҙа бейеүгә оҫталыҡ ҡаныбыҙға һеңгән шул. Конкурста йәш-елкенсәктән алып сал сәсле инәй-олатайҙарға тиклем ҡатнашыуы шул турала һөйләй. Телевизион конкурста бейеүгә таһыл, маһир башҡарыусылар милли ерлектән айырылмаған бейеүҙәребеҙҙе тәү матурлығында һаҡлап, тамашасы иғтибарына еткер¬ҙе.
15 декабрҙә баш ҡаланың «Нефтсе» мәҙәниәт һарайына йыйылыусылар республикабыҙҙа ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә киң танылыу алған бишенсе «Байыҡ» республика телевизион конкурсының еңеүселәрен алҡышлаясаҡ.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө