Башҡорт дәүләт академия драма театры Еңеү көнөнә концерт әҙерләй

Башҡорт дәүләт академия драма театры Еңеү көнөнә концерт әҙерләй

8 майҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 68 йыл тулыу айҡанлы «Йөрәктәрҙә – Еңеү яҙы» исемле концерт үтә. «Тантаналы сарала театр артистары, сәхнә йондоҙҙары ҡатнашасаҡ, унда һуғыш тураһында йырҙар һәм шиғырҙар яңғыраясаҡ. Шулай уҡ артистар театр репертуарынан тематик өҙөктәр күрһәтәсәк. Был концерт Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, Ватанды һаҡлаусыларға хөрмәт һәм рәхмәт йөҙөнән ойошторола», — тип хәбәр иттеләр театрҙың әҙәби бүлегенән.

Сығанаҡ: Башинформ мәғлүмәт үҙәге

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb