Башҡорт дәүләт академия драма театрында 94-се ижад миҙгеленә йомғаҡ яһанылар

Башҡорт дәүләт академия драма театрында 94-се ижад миҙгеленә йомғаҡ яһанылар
21 май, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында журналистар ҡатнашлығында матбуғат конферецияһы уҙҙы. Унда театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, премьера спектакленең авторы Әлфис Ғаязов, артистар Гөлли Мөбәрәкова, Алмас Әмиров һәм Юлиә Ғәләүетдинова ҡатнашты.
Йылдағыса театр ижад миҙгелен премьера менән яба. Тамашасы хөкөмөнә Әлфис Ғаязов пьесаһы буйынса «Яңғыҙҙар ташы» спектаклен тәҡдим итәсәктәр. Автор әҫәр ике йыл ярым элек яҙылды, тине. Унда йәштәрҙә тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, кешелеклелек, изгелек кеүек актуаль темалар күтәрелә.
Театрҙың художество етәксеһе 94-се ижад миҙгеленә йомғаҡ яһаны:
- Был ижад миҙгеле ваҡиғаларға һәм спектаклдәргә бай булды. Йыл буйына беҙ киләһе 95-се юбилей ижадына әҙерләндек. Быйылғы йылда тамашасыға иғтибарына 5 премьера спектакле тәҡдим ителде: «Ғәфү ит мине», «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр», «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға», «Мин ҡатын-ҡыҙ» һәм «Яңғыҙҙар ташы». Көҙ театр гастролдәр менән Ырымбур һәм Мәскәүгә юлланасаҡ. 
95-се ижад миҙгелендә исеменән үк тәнде земберлеткән премьералар көтөлә – Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр»е һәм Баязит Бикбайҙың «Ҡаһым түрә»һе. Дөйөмләштереп әйткәндә, киләһе йылда ла яратҡан театрыбыҙ беҙҙе сағыу тамашалары менән ҡыуандырасаҡ.
23 май 18.00 сәғәттә тантаналы рәүештә ижад миҙгеле ябылыу айҡанлы театр янында байрам концерты уҙасаҡ, Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәленә сәскәләр һалынасаҡ, ә инде 19.00 сәғәттә премьера - «Яңғыҙҙар ташы» көтә. Рәхим итегеҙ,м дуҫтар!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb