Башҡорт сәхнәһенең примаһы булып танылған Гөлли Мөбәрәкова ошо көндәрҙә оло ғүмер байрамын билдәләне. Юбилей кисәһе 19 ноябрҙә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙасаҡ.
Театрҙың ысын «йондоҙ»о булып балҡыған талантлы актриса, режиссер, студенттарҙы актерлыҡ оҫталығына өйрәткән профессор, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, РСФСР-ҙың, СССР-ҙың халыҡ, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Гөлли апай Мөбәрәкованың театрға алып барған юлы һәм тормошоноң иң оло ҡаҙаныштары ҙур тырышлығы, ныҡышмалылығы һөҙөмтәһелер. Йылы ҡояш нуры менән бергә әсе ел-дауылын да татып үҫкән гөл, тамашасы күңеленә ныҡлы тамыр ебәреп, йөрәктәрҙә мәңге һулымаҫ сәскә булып балҡыны. 50 йылдан ашыу ғүмерен театрға бағышлаған, тормошон сәхнәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмаған иҫ киткес йомшаҡ, наҙлы тауышы, йөҙөнән бөркөлөп торған йылылығы менән арбаған милли актрисаға алдағы эшендә, ижадында уңыштар теләйбеҙ!
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы