Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Башҡорт йыры» гала-концерты үтәсәк

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Башҡорт йыры»  гала-концерты үтәсәк
Бөгөн, 24 декабрҙә, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Башҡорт йыры» гала-концерты үтәсәк. Шул уҡ ваҡытта «Башҡорт йыры»-ның телевизион премияһы ла тапшырыласаҡ.
Конкурс 2012 йылдың башынан аҙағына тиклем уҙғарылды. Ни өсөн тигәндә, жюри ағзалары үткән йыл буйына башҡорт йырын башҡарыусылар араһында күҙәтеү алып барҙы. Конкурстың һайлап алыу турҙарында 15 йәштән алып 35 йәшкә тиклем үҙешмәкәр һәм профессиональ йырсылар ҡатнашты.
«Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының матбуғат хеҙмәткәре Альбина Ғатауллина әйтеүе буйынса, проектың төп маҡсаты булып, талантлы йырсылар табыу, боронғо һәм яңы башҡорт йырын халыҡ менән таныштырыу. Шулай уҡ йырсылар актерлыҡ һәләте, үҙең йырлаған йырҙың тарихын белеү ҙә яҡшы.
Конкурсанттар жюри ағзаларын үҙҙәренең СD, RW дисктарына яҙылған йырҙары менән өс тур аша үттеләр. Иң уңышлы, жюриға оҡшаған йырҙар, бөгөнгө гала-концертҡа һайлап алынды. «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb