Башҡорт дәүләт педагогия университетында байрам концерты уҙҙы

Башҡорт дәүләт педагогия университетында байрам концерты уҙҙы
Кисә, 6 март, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан, М.Аҡмулла исемендәге педагогия университеты сәхнәһендә яратҡан композиторыбыҙ, бик күп популяр йырҙар авторы Рим Хәсәновтың байрам концерты уҙҙы. Байрамдың был көндә үтеүе юҡҡа түгел, сөнки Рим Мәхмүт улы әйтеүенсә, 8 март – уның иң яратҡан байрамы, композиторҙың тыуған көнө лә тап ошо көндә. Йәмле яҙҙа ошо сәхнәлә сығыш яһауым менән икеләтә бәхетлемен, беренсенән, БДПУ – республикала иң яҡшы университет, икенсенән, хәҙерге заман талаптарына яуап биргән сәхнә һәм, иң мөһиме – бындағы атмосфера, тине ул.
Тамаша бер тында үтеп китте, йыр-моңға һыуһаған күңел композиторҙың һәр йырын «һеңдерҙе». Был кистә яңы йырҙар менән бер рәттән, ысын мәғәнәһендә халыҡ йырҙарына әүерелгән йырҙар - «Беренсе мөхәббәт», «Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын», «Өфө йүкәләре», «Резеда» һәм башҡалар – яңғыраны. Тамашасы Рим Хәсәновтың һәр сығышын алҡышлап ҡабул итте.
Кисә аҙағында университет ректоры Рәил Әсәҙуллин һүҙ алды: «Беҙҙең йәшлек йылдары һеҙҙең йырҙарығыҙ менән үтте. Һеҙҙең тап беҙҙең уҡыу йортоноң сәхнәһендә сығыш яһауығыҙ беҙҙең өсөн оло мәртәбә. Йылы осрашыу, йырҙарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт», - тип белдерҙе ул.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb