Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡорт йыры
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 27 декабрь 2011
Башҡорт йыры
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы башҡорт йырын башҡарыусылар өсөн өр-яңы конкурс булдырҙы. 1-се турҙа бәйгеселәр башҡорт халыҡ йырҙарын – акапелла, йәғни музыкаль оҙатыуһыҙ тәҡдим итһә, 2-се турҙа йырсылар эстрада йырҙарын башҡарҙы. Мәртәбәле баһаға 100-гә яҡын профессиональ йырсы дәғүә итте. Шуларҙың 11-е финалға сығыу бәхетенә иреште. Башҡорт халыҡ йырҙары ул ҡабатланмаҫ рухи ынйы, милләт ғорурлығы. Тамырҙары быуаттар төпкөлөнә барып тоташҡан илаһи моңға бөйөк тарих, ата-бабалар рухы һеңгән. Ошо аманатҡа тоғролоҡ һаҡлап, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы «Башҡорт йыры» фестивален ойошторҙо. Ул йыл дауамында дауам итте. Айгиз Ғиззәтуллин үҙенсәлекле тембрлы йырсы. Ул иҫ белгәндән йырға-моңға ғашиҡ. «Башҡорт йыры» фестивале егеттең мөмкинлектәрен тағы ла юғарыраҡ баһаланы. Фестивалде ойоштороусылар билдәләүенсә, Башҡортостан таланттарға бай төбәк. Мәшһүр йырсылар Абдулла Солтанов, Флүрә Ноғоманова, Радик Гәрәев һәм башҡалар халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ моң эйәләре. «Башҡорт йыры» фестивалендә ҡатнашыусыларҙы ла ошо остаздарға тиң булып үҫерҙәй лайыҡлы алмаш тип атарға мөмкин. «Башҡорт йыры» башҡа фестивалдәрҙән тере тауышҡа йырлау һәм тик профессиональ йырсылар сығыш яһауы менән айырыла. Йыл дауамында барған абруйлы конкурста барыһы 100-ән ашыу бәйгесе ҡатнашырға теләк белдергән, шуларҙың 11-е финалға сыҡҡан. Уларҙың һәр береһенә «Башҡорт йыры» телевизион премияһы тапшырылды. Ә төп премия - Гран-приҙы Айгиз Ғиззәтуллин менән Айгөл Һағынбаева бүлеште. Башҡорт йыры бөйөк хазина. Ул беҙҙең тамырҙарыбыҙҙа, булмышыбыҙҙа, үткәнебеҙҙә, киләсәгебеҙҙә. Ә халыҡ йыры йәшәй икән моң да йәшәйәсәк.
Лариса Сафуанова
«БСТ»
сайтынан
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
В республике продолжается марафон любительских театров
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Күренекле ғалимә, фольклорсы Фәнүзә Нәҙершинаға 90 йәш тулды
Дүшәмбе, 09 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Стәрлетамаҡта премьера: Бейеү театры башҡорт халҡының мәҙәниәте һәм тарихы тураһында яңы программа тәҡдим итә
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
«Әй Йола» төркөмө – Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарының илсеһе
Йома, 06 февраль 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө