Бөгөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Башҡорт йыры» телевизион конкурсы финалсыларының, шулай уҡ башҡорт һәм татар эстрада йондоҙҙарының гала-концерты үтә. Был сара республикала иң мөһим мәҙәни ваҡиғаларҙың береһе, 2010 йылдан алып уҙғарыла.
Профессиональ йырсылар көс һынашҡан бәйге биш йыл эсендә халыҡ, эстрада йырҙарын башҡарыусылар араһында яңы исемдәр асты. Башҡортостан башлығы ярҙамында ойошторолған быйылғы конкурста ла 30-ға яҡын йырсы ҡатнашты. Кемдәр еңеүсе тип табылыр? Баһалама төркөм ағзалары кәңәш ҡорона йыйылды. «Башҡорт йыры» проекты биш йыллыҡ эшмәкәрлеге осоронда байтаҡ профессиональ йырсыларға ҡанат ҡуйҙы. Тәжрибәле баһалама ағзалары тәнҡите аша үтеп, лауреат исемен алыусылар әле лә ҙур сәхнәләр яулауын дауам итә. Йырсылар өсөн был проект сәнғәт училищеһы, йә академияһында алған белемдән тыш, өҫтәмә вокал мәктәбе булараҡ танылды. Тап шуғалыр ҙа, йылдан-йыл яңы исемдәр асыуы менән дә ҡәҙерле был проект. Профессиональ йырсылар өсөн генә тиһәң дә, араларында үҙешмәкәрҙәр ҙә бар. Улар халыҡ йырҙарын дөрөҫ башҡарыу менән айырылып тора. Ғөмүмән, проектта ҡатнашыусылар быйыл да эстрада, ретро һәм халыҡ йырын башҡарыу буйынса һынау тотто. Һәр береһе үҙенсәлекле. Бигерәк тә йырсы башҡорт халыҡ йырын башҡарғанда асыла. Башҡорт йыры тәрән мәғәнәле, бай тарихлы. Оҙон көймө, эстрадамы, классик әҫәр булһынмы, иң элек халыҡсан булырға тейеш. Башҡорт үҙенең бар булмышын йөрәк түренән урғылып сыҡҡан моңға һала. Мәшһүр йырсылар Абдулла Солтанов, Флүрә Ноғоманова, Радик Гәрәев кеүек бик күп билдәле сәхнә оҫталары уны быуындан-быуынға лайыҡлы тапшыра. Ә «Башҡорт йыры» фестивале ҡатнашыусылары уларға алмаш тәрбиәләй тип әйтергә мөмкин. «Башҡорт йыры» проектының быйылғы еңеүселәре билдәләнде. Ә инде алтын ялатылған көмөш һынға лайыҡлы башҡарыусының исеме 4-се декабрь «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк Гала-концертта иғлан ителә. «Башҡорт йыры» гала-концертының телевизион версияһын «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» тамашасылары яңы йыл төнөндә ҡарай аласаҡ.