Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
"Башҡорт йыры", "Юлдаш йыры" конкурстары менән бер рәттән быйыл "Уфимская волна" радиоконкурсы ла экрандарға сыға
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
"Башҡорт йыры", "Юлдаш йыры" конкурстары менән бер рәттән быйыл "Уфимская волна" радиоконкурсы ла экрандарға сыға
Халыҡ таланттарын сәхнәгә сығарыу маҡсатында эшләп килгән тапшырыуҙар яңы телевизион миҙгелдә яңы форматта сыға.
«Башҡорт йыры» телевизион конкурсының икенсе турына ҡатнашыусылар смс тауыш биреү һөҙөмтәһендә үткән. Был турҙағы иң ҙур һынау - халыҡ йырын оҫта башҡарыу. Ул һәр кемдең дә көсөнән килмәй. Финалға иң-иңдәр генә сыға. Телевизион конкурс профессиональ йырсылар араһында үтә. Теләге һәм аҡсаһы булған һәр кем сәхнәне яулаған заманда халҡыбыҙҙың быуаттан-быуатҡа тапшырылып килгән йыр хазинаһын һаҡлап, халыҡҡа еткереүселәрҙе тәрбиәләү маҡсатында эшләй был проект. Элеккеләренән айырмалы рәүештә, быйыл конкурсанттар мастер кластар алмай, үҙ уҡытыусылары менән әҙерләнә.
«Юлдаш йыры» конкурсында иһә йыр-моңға һәләте һәм теләге булған һәр кем ҡатнаша ала. Быйыл ул бишенсе тапҡыр ойошторола. Дәғүәселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Финалға 24 кеше үткән. «Билдәле булырға бер ҡасан да һуң түгел» тигән саҡырыу менән эшләгән конкурс биш йыл дауамында йөҙҙәрсә исем асты.
Күңелендә йыр йөрөткәндәрҙе сәхнәгә сығарыу, халыҡҡа еткереүсе тағы ла бер проект - «Спутник ФМ» радостанцияһындағы «Уфимская волна» фестивале. Шансон, рок, поп - конкурста төрлө стилдә башҡарыусылар ҡатнаша ала. Радиотыңлаусылар бәйгеселәр менән иртәнге сәғәттәрҙә эфир тулҡындарында танышып бара. Быйыл фестиваль тәүге тапҡыр телевизор экрандарына сыға. Уны Башҡортостан юлдаш телеканалында һәр йома төнгө 12 тула 15 минутта ҡарап буласаҡ. Әйткәндәй, премьераны оҙаҡ көтәһе түгел. Тәүге тапшырыу 19 сентябрҙә тамашасы хөкөмөнә сығарыла. Шуны ла билдәләргә кәрәк: был проект Рәсәйҙәге радиостанциялар араһында иң яҡшы музыкаль тапшырыу тип билдәләнде һәм алтын микрофон алды.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө