Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡорт киноһы һөйөү яулай
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Кесе йома, 22 ноябрь 2012
Башҡорт киноһы һөйөү яулай
«Осҡон» кинотеатрында башҡорт киноһы кисәһе үтте. Байрам кинотеатр алдындағы майҙансыҡта «Ҡалъя» рок төркөмөнөң сығышынан башланып китте.
Тамашасыларға Рим Шәрәфетдиновтың йәнһүрәттәре, кинорежиссерҙар Таңсулпан Бураҡаева, Айнур Асҡаров һәм Айсыуаҡ Йомағоловтың нәфис фильмдары тәҡдим ителде. Шулай уҡ кино һөйөүселәр иғтибарына Балалар аудиовизуаль сәнғәт үҙәгенең таныштырыу ролигы күрһәтелде. Киностудия нигеҙендә эшләгән был үҙәк былтыр Беренсе федераль телеканалдың «Беренсе бул!» хәйриә марафоны сиктәрендә асылғайны.
Скрипка һәм джаз көйҙәре тамашаны йәмләп ебәрҙе. Ҡунаҡтар араһында Рәсәйҙең танылған каскадеры Радик Шахмаев та бар ине.
Күңелле викториналарҙа киностудия фильмдары менән дисктар уйнатылды.
Йәш йырсы Иҙел Аралбаевтың сығышы барыһының да күңеленә хуш килгәндер. Айнур Асҡаровтың күптәргә таныш «Еңмеш» фильмында Иҙел сағыу һәм көлкөлө Десантсы ролен уйнағайны.
Киностудияның һуңғы уңыштарының береһе – Таңсулпан Бураҡаеваның «Мин өйләнәм!» ҡыҫҡа метражлы фильмы ла күрһәтелде. Төп ролде башҡарыусы – Стәрлетамаҡ театры артисы Азамат Хәлилов.
Башҡорт киноһы кисәһе Өфөлә лә шаулап-гөрләп уҙҙы. Ойоштороусылар ошондай сараларҙы йыл тамамланғансы Белорет, Сибай, Нефтекама ҡалаларында үткәрергә ниәтләй. Күрше Силәбе һәм Ырымбур башҡорттары ла бындай күркәм тамашанан ситтә ҡалмаҫ.
Зөһрә Бураҡаева,
«Башҡортостан» киностудияһы мөхәррире
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө