Сарала Рәғиҙә Янбулатова уйнаған спектаклдәрҙән өҙөктәр, уның шиғырҙарына яҙылған популяр йырҙар, шиғырҙар яңғыраясаҡ. Кисәлә бөтә коллектив ҡатнаша.
«Рәғиҙә Янбулатова үҙенең йөрәк һүҙҙәрен кешеләргә иң тәүҙә драматик актриса булараҡ әйтеп бирә. Тик, бынан һуң да уның замандашарына әйтер һүҙе күп ҡала. Шунан ул был һүҙҙәрҙе былбыл тауышлы йыры аша еткерә. Рәғиҙә ханым яҡшы йырсы ла. Ул төрлө спектаклдәрҙә башҡарған ролдәрҙә (Ғәлиәбаныу, Ҡарлуғас, Таңсулпан, Ғәлимә һәм шуларға оҡшаш башҡа ролдәрҙә) йырлау менән сикләнмәй, йыш ҡына эстрада йырсыһы булып та сығыштар яһай, һәм бында ла тыңлаусының мөхәбәтен ҡаҙана. Ул халҡына һүрелмәҫ мөхәббәтен шиғырҙары аша ла еткерә»,- тип яҙғайны үҙ ваҡытында шағирәнең замандашы, ҡәләмдәше яҙыусы Ғәйнан Әмири.
Эйе, Рәғиҙә Янбулатова төрлө драматургтар әҫәрҙәрендә бик күп ролдәр башҡара. Тамашасы уны бигерәк тә лирик пландағы актриса булараҡ баһалай. Рус һәм сит ил классикаһынан: Максим Горькийҙың «Һуңғылар» әҫәрендә Софья Андреевна, Шекспирҙың «Отелло» трагедияһында Дездемона, Антон Чеховтың «Ваня ағай» пьесаһында Соня, Шиллерҙың «Мәкер һәм мөхәббәт»ендә Луиза, милли драматургиянан- Мирхәйҙәр Фәйзи, Хәбибулла Ибраһимов, Ҡадир Даян, Баязит Бикбай, Нәжиб Асанбаев, Ғабдулла Әхмәтшин, Ибраһим Абдуллин, Рафаэль Сафин һ.б. авторҙарҙың пьесаларында уйнай.
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәғиҙә Янбулатова уҡыусыларға лирик шағирә булараҡ билдәле. «Елбәҙәк ҡарҙар», «Таныш моңдар», «Йөрәк йырҙары», «Аҡ сәскә атҡас балан», «Һынау», «Һау булығыҙ, сыңрау торналар» йыйынтыҡтарынан күп кенә шиғырҙарына композиторҙар Рәүеф Мортазин, Хөсәйен Әхмәтов, Таһир Кәримов, Бәхти Ғайсин, Сара Садыҡова, Абдулла Хәлфетдинов һәм башҡа композиторҙар тарафынан популяр йырҙар яҙылды.
Рәғиҙә Янбулатова композитор Рәүф Мортазин менән бергә Һәҙиә Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы буйынса «Дауыл» операһына либретто ижад итте. Ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уңыш менән барҙы. Ә Рәғиҙә Янбулатова шиғырына композитор Хөсәйен Әхмәтов яҙған «Гүзәл Өфөм - баш ҡалам» йыры Өфөнөң гимнына әйләнде.