Башҡорт әҙәбиәте ауыр юғалтыу кисерҙе

Башҡорт әҙәбиәте ауыр юғалтыу кисерҙе

90-сы йәшендә ҡаты ауырыуҙан һуң билдәле яҙыусы, республикабыҙҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Азат Мағазов арабыҙҙан китте.
Мәрхүм менән хушлашыу 15 декабрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы фойеһында уҙа.
Азат Шәйехйән улы Мағазов 1926 йылдың 17 декабрендә Башҡортостандың Миәкә районы Баязит ауылында тыуған. 1943 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң штурм авиацияһы полкы составында I, II, III Балтик буйы һәм Ленинград фронттарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1952 йылда Харьков авиация штурмандары училищеһын тамамлай, бер үк ваҡытта Харьков педагогия институтында уҡый. 30 йыл армияла хеҙмәт иткәндән һуң Азат Мағазов полковник дәрәжәһендә отставкаға сыға.

II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, миҙалдар менән наградланған. Оҙаҡ йылдар Республика тыныслыҡты яҡлау комитетының рәйесе булып эшләй. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Азат Мағазов йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү эшендә әүҙем эшмәкәрлек алып бара. Яҙыусы республиканың Милли әҙәбиәт музейында уҙғарылған сараларҙа почетлы ҡунаҡ була.

Азат Мағазовтың «Шоңҡар юлы», «Эҙләр инем, эҙең юҡ», «Ҡырауҙан һуң миләш тәмләнә», «Тәүбә» һәм башҡа китаптары милли әҙәбиәттә үҙенсәлекле күренеш булды. Тәнҡитселәр уның «Үрге Димдә ай ҡойона» трилогияһын Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәй әҙәбиәтенең ижади ҡаҙанышы тип баһаланы

.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb