Башҡортостан Халыҡ-ара Аксаков байрамына әҙерләнә

Башҡортостан Халыҡ-ара Аксаков байрамына әҙерләнә
Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов XXII Халыҡ-ара Аксаков байрамы саралары планын раҫланы. Байрам яҙыусы Сергей Тимофеевич Аксаковтың тыуыуына 221 йыл тулыуға арнала.
Раҫланған графикка ярашлы, тантаналы саралар 20-30 сентябрҙә үтә. Ағымдағы йылда Аксаков байрамы Рәсәй тарихы йылына, Бәләбәй районы Надеждино ауылындағы Аксаковтар ғаиләһе музейына 10 йыл тулыуға һәм Аксаков фондына 20 йыл тулыуға арналған саралар сиктәрендә ойошторола. Байрамда ҡатнашыу өсөн республикаға Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән һәм сит илдәрҙән ҡунаҡтар киләсәк. 
Ҡанаҡтарға бай эстәлекле программа әҙерләнгән. Йола буйынса байрам Өфө ҡалаһында, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондарында үткәреләсәк.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb