30 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһының Милли музейы «Әҙәби ҡунаҡхана»һында ҡунаҡтар ҡабул итте. Быйылғы йылда БР Милли музейында «Әҙәби ҡунаҡхана»лар үткәреү яҡшы традицияға әйләнеп китте. БР Милли музейының үткән «Әҙәби ҡунаҡхана»ларында республикабыҙҙың әҙәбиәт һәм сәнғәт донъяһы вәкилдәре: Ҡәҙим Аралбаев, Таңсулпан Ғарпова, Рауил Бикбаев, Сөләймән Латыпов, Гөлфиә Юнысова-Иҙелбаева, Мирас Иҙелбаев, Михаил Чванов, Наил Ғәйетбаев, Гүзәл Ситдикова, Нурия Ирсаева киләсәк быуын вәкилдәре менән аралашты. Бындай иҫтәлекле осрашыуҙар йәш быуын өсөн эҙһеҙ үтмәй. Әҙәбиәт һәм сәнғәт кешелә тик изге һәм саф тойғолар ғына тәрбиәләй. Бындай тойғолар менән көн иткән шәхес изге эштәр генә башҡарыусан. Шуға ла Милли музейҙа үткән «Әҙәби ҡунаҡхана» ларҙың киләһе быуын вәкилдәре өсөн әһәмиәте лә ҙур. «Әҙәби ҡунаҡхана» музей ҡараусыларына әҙәбиәтте, сәнғәтте тыуҙырыусы шхестәр менән туранан-тура аралашып, үҙ фекерен еткереү мөмкинселеге тыуҙыра.
«Әҙәби ҡунаҡхана»ға БДУ-ның, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филалогияһы факультеттарының беренсе курс студенттары саҡырылды. БР Милли музейының генераль директоры Ғәли Фәйзрахман улы Вәлиуллин «Әҙәби ҡунаҡхана»ла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп үҙенең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, һәр студентҡа «Башҡортостан Республикаһының Милли музейының ойошторолоу тарихы һәм артабанғы үҫеше» тип исемләнгән китабын бүләк итте.
«Әҙәби ҡунаҡхана»ла шағир-сатирик, күп кенә халыҡ яратып йырлаған йырҙарҙың авторы, тәржемәсе, Рәшит Назаров ижадын өйрәнеүсе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Риф Фәйзрахман улы Мифтахов һәм башҡорт яҙыусыһы, журналист, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының яҙыусылар, Башҡортостан Республикаһының журналистар берлектәре ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы Аҡбулатова сығыш яһаны. Студенттар тарафынан яҙыусыларға күп кенә ҡыҙыҡлы һорауҙар бирелде. Яҙыусылар яҡшы һорау биргән студенттарға, шулай уҡ БР Милли музейы фондына үҙҙәренең китаптарын тапшырҙылар.
Автор: Башҡортостан Республикаһының Милли музейы