Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты Бөтә донъя биосфера ҡурсаулыҡтары исемлегенә инде
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 03 август 2012
«Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты Бөтә донъя биосфера ҡурсаулыҡтары исемлегенә инде
«Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты Бөтә донъя биосфера ҡурсаулыҡтары исемлеген тулыландырҙы. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай ҡарар Парижда «Кеше һәм биосфера» программаһының Халыҡ-ара координация советы ултырышында ҡабул ителде.
— «Башҡортостан Уралы» 345,7 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Уның составына федераль һәм республика кимәлендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт территориялары инә. Улар — «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы, «Башҡортостан» милли паркы, «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы, «Алтын Солоҡ» тәбиғи зоологик заказнигы һәм «Ыҡ» зоологик заказнигы, — тип хәбәр итте БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.
2012 йылда Бөтә донъя исемлеген тулыландырыусы биосфера ҡурсаулыҡтары иҫәбендә — Зальцбургер Лунгау – Кертнер Нокберге биосфера ҡурсаулығы (Австрия), Цзинганшань һәм Нюбэйлян биосфера ҡурсаулыҡтары (Ҡытай), Мура-Драва-Дунай биосфера ҡурсаулығы (Хорватия, Венгрия), Шека биосфера ҡурсаулығы (Эфиопия).
Әлеге ваҡытта Бөтә донъя исемлегенә 117 илдә урынлашҡан 599 объект инә.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында иҫәпләүҙәренсә, республикалағы был уникаль тәбиғи-мәҙәни комплексты әлеге исемлеккә индереү уны һаҡлап ҡалыуҙа һәм популярлаштырыуҙа ҙур роль уйнаясаҡ. Бынан тыш, был Башҡортостандың ЮНЕСКО ойошмаһы менән артабан хеҙмәттәшлек итеүенә импульс бирәсәк.
Республикала «Башҡортостан Уралы» биосфера резерватын булдырыу буйынса эштәр 2011 йылда башланғайны. Ул ваҡытта төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биология институты, «Шүлгәнташ» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, «Башҡортостан»милли паркы тарафынан объектҡа «Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты статусын биреүгә заявка әҙерләнгәйне.
Сығанаҡ:
"Башинформ"
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостандың халыҡ артисы Минзилә Ҡотошова юбилейын спектакль һәм гастролдәр менән билдәләй
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт ҡурсаҡ театры спектаклдәрҙе насар күргән һәм һуҡыр балалар өсөн ҡулайлаштыра
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Еңеү йыры» флешмобын иғлан итте
Кесе йома, 17 апрель 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө