Башҡортостан уҡыусыһы иншаһы Бөтә Рәсәй инша конкурсында иң яҡшы 100 ижади эш иҫәбенә ингән.

Башҡортостан уҡыусыһы иншаһы Бөтә  Рәсәй инша конкурсында иң яҡшы 100 ижади эш иҫәбенә ингән.
Дүртөйлө ҡалаһы урта дөйөм белем биреү мәктәбе матур яңылыҡ менән бүлеште. Ошо мәктәптә белем алыусы дүртенсе класс уҡыусыһы Тимур Шәрифуллиндың ижади эше Әҙәбиәт йылы уңайы менән Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы һәләтле уҡыусыларҙы асыҡлау өсөн ойошторған бөтә Рәсәй инша конкурсында иң яҡшы 100 эш иҫәбенә ингән. Уның ижади эше «Яҙыусы хеҙмәте донъяны кешелеклек нуры менән яҡтырта» номинацияһында иң яҡшыларҙың береһе тип танылған. Иң яҡшы инша авторҙары Мәскәүҙә бүләкләнгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb