Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡортостан вәкилдәре Төркиәлә шиғриәт фестивалендә ҡатнашты
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 25 сентябрь 2012
Башҡортостан вәкилдәре Төркиәлә шиғриәт фестивалендә ҡатнашты
7-22 сентябрҙә Төркиәнең Тарсус ҡалаһында XI «Шиир Акшамлари» (Шиғриәт кистәре) халыҡ-ара фестивале үтте. Сара билдәле төрөк ашуғы Карасаоглан иҫтәлегенә арналды. Биш көн рәттән ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары бик матур Шаалале шарлауығы эргәһендә урынлашҡан асыҡ майҙанда һүҙ оҫталарының ижадын тыңлап кинәнде. Форумда Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡырым, Төркиә, Татарстан, Кипр, Молдавия, Үзбәкстан, Әзербайжан, Болгария һәм башҡа илдәрҙән шағирҙар һәм ашуғтар ҡатнашты. Башҡортостан исеменән БР Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғон һәм билдәле сәсәниә, шағир-импровизатор, филология фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре Розалия Солтангәрәева сығыш яһаны.
Риф Тойғон уҡып ишеттергән шиғыр тамашасы күңеленә хуш килде. Ә Розалия Солтангәрәеваның сағыу, эмоциональ көслө сығышы барыһына ла ныҡ тәьҫир итте. Сәсәниә шунда уҡ халыҡ-ара халыҡ шиғриәте һәм ижад итеү сәнғәте форумдарында ҡатнашыуға бер нисә саҡырыу алды. «Розалия ханым фестивалдең асышы булды», — тине сараны ойоштороусы – Төркиәнең билдәле шағиры Кудрет Оийон. Форум аҙағында барлыҡ ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары һәм бронза статуэткалар тапшырылды.
Сығанаҡ:
"Башинформ"
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө