Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡортостан яҙыусылары Әхмәт-Зәки Вәлиди музейында осрашыу үткәрҙе
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 22 январь 2013
Башҡортостан яҙыусылары Әхмәт-Зәки Вәлиди музейында осрашыу үткәрҙе
Башҡортостан яҙыусылары күренекле шәхес Әхмәт-Зәки Вәлиди музейында осрашыу үткәрҙе. Был музей шәхестең тыуған ерендә, Вәлидовтар ғаиләһе торған элекке өй урынында, 1990-сы йылда яңынан төҙөлгән, Ишимбай районының Көҙән ауылында урынлашҡан.
Өфөнән Зәки Вәлидиҙең тыуған ауылына, яҙыусылар союзы председателе Риф Тойғонов етәкселегендәге, ҙур делегация барған. Ҡунаҡтар музейҙың экспонаттары, З. Вәлидиҙең заманында үҙе ҡулланған кәрәк-яраҡтар, фотолар, документтар менән танышҡан. Яҙыусылар З. Вәлиди үҙе башҡарған йырҙы тыңлап хайран ҡалдылар, уларҙың әйтеүе буйынса, Зәки Вәлидиҙең тауышы көслө һәм моңло булған.
Музейҙың төп залында, З. Вәлидиҙең беренсе Башҡорт хөкүмәте составында эшләгән ваҡыттағы эш кабинеты ла урынлашҡан, өҫтәл артында уның восктан эшләнгән фигураһы ла урын алған. Шулай уҡ музейҙа ҡайһы бер экспонаттар З. Вәлиди йәшәгән ваҡыттағы тормоштан алынған.
Экскурсия бөткәс, яҙыусылар ауыл халҡы менән осрашыу үткәрҙе. Улар З. Вәлидиҙең иҫтәлеген һаҡлап барған өсөн, ауыл халҡына үҙҙәренең рәхмәтлеген белдерҙе. Әлбиттә, сәхнәнән шиғырҙар һәм бөйөк шәхестең тормошонан алынған иҫтәлектәр яңғыраны. Риф Тойғонов яҙыусылар бындай традицияны һаҡлап, йыл һайын, Башҡортостанда урынлашҡан бөтә әҙәби музейҙарға барырға тигән маҡсат та ҡуйҙы.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө