Рәсәй Кино фонды экспертиза һөҙөмтәләре буйынса кинозалдарға мохтаж ҡалалар исемлеге төҙөгән. Унда халҡы 100 меңдән кемерәк ҡалалар индерелде. Республиканан 8 кино күрһәтеү залы федераль ярҙам аласаҡ. Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, исемлектә Дүртөйлөнән өс кино залы, Күмертауҙан – ике, Благовещен, Учалы һәм Белореттан берешәр кино күрһәтеү залы бар. Был ҡалаларҙа мәҙәниәт усаҡтары яңырытыла һәм яңы йыһаз-ҡоромалдар ҡуйыла. Кинозалдарҙа башлыса милли фильмдар күрһәтелә. 2016 йыл Рәсәй Кино йылы исеме аҫтында үтәсәк.