Башҡортостан һәм Татарстан китап нәшриәттәре дуҫтарса осрашыу уҙғара

Башҡортостан һәм Татарстан китап нәшриәттәре дуҫтарса осрашыу уҙғара
Бөгөн, 26 июнь, Илеш районының Уяндыҡ ауылы янында Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының китап нәшриәттәре дуҫтарса осрашыу ойоштора. Сара ике туғандаш республикаларҙың тәжрибә менән уртаҡлашыу, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе яңы әҫәрҙәр менән таныштырыу кеүек маҡсаттар ҡуйған «Ҡәрҙәшлек кәштәһе» китаптар серияһының 20 йыллығына арнала.
Ошо егерме йыл эсендә башҡорт һәм татар яҙыусыларының арыуыҡ китаптары донъя күрҙе. Өфөлә Татарстандың халыҡ яҙыусылары Әмирхан Йәнәкәй, Туфан Миңнуллин халыҡ шағирҙары Рауил Фәйзуллин, Роберт Миңнуллин һәм Ринат Харистың, Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев, Абдулхаҡ Игебаев, халыҡ яҙыусылары Муса Ғәли һәм Ноғман Мусиндарҙың китаптары нәшер ителде.
Шулай уҡ быйыл ике нәшриәттә үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Байрам саралары ошо датаға ла бәйләнәсәк. Осрашыуҙа «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов һәм Татарстан китап нәшриәте директоры Дамир Шакиров етәкселегендәге делегациялар ҡатнашасаҡ. Осрашыуҙа Ҡәҙим Аралбаев, Наил Ғәйетбаев, Роберт Миңнуллинтарҙың сығыштары көтөлә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb