Яңы йыл алдынан «Башҡортостан — Болғар» дуҫлыҡ йәмғиәте тарафынан иң яҡшы шыршы уйынсығына конкурс иғлан ителде. «Башинформ» агентлығына йәмғиәттең башҡарыусы директоры Татьяна Коробова хәбәр итеүенсә, конкурсҡа балалар менән төрлө материалдарҙан һәм төрлө техникала эшләнгән шыршы уйынсыҡтары ҡабул ителә.
Бындай конкурстарҙы үткәреү «Башҡортостан — Болғар» дуҫлыҡ йәмғиәте өсөн матур йолаға әүерелгән. Балалар өсөн Яңы йыл уйынсыҡтарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ кластарын һәм конкурсты улар былтыр ойошторғайны. Ә быйыл яҙ Йәмғиәт башланғысы менән Башҡортостанда тәүге тапҡыр Болғар халыҡ биҙәүестәрен әҙерләү буйынса мәктәп һәм балалар ижады үҙәктәре уҡыусылары араһында республика конкурсы үткәрелде.
— Яңы конкурсҡа әҙер эштәр Өфө ҡалаһы, Сочи урамы, 18 адресы буйынса ҡабул ителә, — тине Татьяна Коробова. – Иң яҡшы эштәр мотлаҡ рәүештә дипломдар һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнәсәк.
Автор: Евгений Рәхимҡолов