Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәрендә Польшанан делегация ҡатнаша
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 11 май 2012
Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәрендә Польшанан делегация ҡатнаша
11 майҙа Өфөлә, Башҡорт дәүләт университетында республикала Поляк мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһы үтте. Унда ҡатнашыу өсөн республика баш ҡалаһына Польшанан делегация килде, уны Рәсәй Федерацияһындағы Польша Республикаһы Илселегенең Консуллыҡ бүлеге консулы Якуб Герольд етәкләй. Делегация составында Олецко ҡалаһының мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы вице-директоры Данута Паушкт, шулай уҡ поляк теле уҡытыусыһы Хенрика Яхимович, башланғыс кластар уҡытыусыһы Рената Барановская бар.
— Поляк мәҙәниәте көндәре Башҡортостанда беренсе тапҡыр үткәрелмәй, — тип билдәләне Якуб Герольд. – Бында Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәгенең эшмәкәрлеге киң йәйелгәнгә күрә, минеңсә, республикала йәшәүсе барлыҡ халыҡ поляк мәҙәниәте менән таныш.
Хенрика Яхимович фекеренсә, Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәрен үткәреү беҙҙең төбәктәр араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙең яҡшы мөмкинлектәргә эйә булыуын раҫлай.
— Бындай саралар ярҙамында Башҡортостанда йәшәүсе поляктар Польша мәҙәниәте менән яҡындан таныша ала, — тине пани Яхимович. – Польша менән Башҡортостан күп йылдар дауамында хеҙмәттәшлек итә. Ҡасандыр Өфө делегацияһы беҙгә лә визит менән килгәйне. Беҙҙең арала төрлө тармаҡтарҙа, тәү сиратта, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәләрендә булдырылған бәйләнештәр яҡшы һөҙөмтә бирә ала.
Сығанаҡ:
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө