Башҡортостанда тәүге йәштәр милли балеты ижад ителде

Башҡортостанда тәүге йәштәр милли балеты ижад ителде

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы тәрбиәләнеүселәренең "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосы буйынса сәхнәләштерелгән милли балеты премьераһы үтте. Әҫәр сәхнәгә тәүгә ҡуйылды. Республика башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырылған балет сәхнә костюмдарының төрлөлөгө, музыкаль биҙәлеше менән алдыра. Балет өсөн көйҙө Мәскәүҙә йәшәп ижад итеүсе композитор, яҡташыбыҙ Николай Попов ижад иткән. Уны думбыра, ҡыл-ҡумыҙ, ҡурай һәм ятаған кеүек милли музыка ҡоралдарында «Йатаған» этно төркөмө яҙҙырған. Балеттың ҡуйыусы-хореографы--Ринат Абушахманов. Республикала ижад ителгән тәүге йәштәр балеты премьераһы аншлаг менән үтте.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb