Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡортостанда Яңы йылға 206 мең шыршы әҙерләнә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 05 декабрь 2011
Башҡортостанда Яңы йылға 206 мең шыршы әҙерләнә
Башҡортостанда Яңы йыл байрамына шыршылар әҙерләнә. Республиканың Урман хужалығы министрлығы бойороғона ярашлы шыршылар министрлыҡҡа ҡараған дәүләт унитар предприятиелары менән әҙерләнә һәм һатыуға сығарыла.
— Декабрҙә дөйөм алғанда 206 мең шыршы ҡырҡып алынасаҡ. Урман һылыуҡайҙарын иң күбе «Белорет урманы» дәүләт унитар предприятиеһы әҙерләмәксе – 22 мең ағас. «Туймазы урманы» - 20 мең, «Йылайыр урманы» — 12 мең ағас әҙерләйәсәк, — тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин.
Министрлыҡ ҡарамағында булған дәүләт унитар предприятиеларынан һатып алынған ике метрға тиклем оҙонлоҡтағы шыршы хаҡы 150-200 һум тәшкил итәсәк.
Бөгөнгө көнгә шыршы һатыу өсөн урындар тураһында ҡала һәм район хакимиәттәре менән һөйләшеп килешелгән.
Шул уҡ ваҡытта урман хужалыҡтарында йәш шыршыларҙы законһыҙ киҫеп алыуҙы туҡтатыу саралары әүҙем алып барыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дәүләт урман контроле инспекторҙары хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә урман фондында ғына түгел, юлдарҙа ла патруллек итә. Бөгөнгө көнгә республикала 31 пост булдырылған. Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы законһыҙ ҡырҡылған йәш шыршы, аҡ шыршы һәм ҡарағайҙар өсөн административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Штрафтар күләме граждандар өсөн – 3,5 мең һум, вазифалы кешеләр өсөн – 20-30 мең һум, юридик шәхестәр өсөн 50-100 мең һум тәшкил итә. Бынан тыш тәбиғәткә килтергән зыянды ла ҡапларға кәрәк буласаҡ. Әгәр ҙә шыршыларҙы законһыҙ ҡырҡҡанда ниндәй ҙә булһа техника йәки ҡорамал ҡулланылһа, административ штрафтар күләме арттырыла.
Автор: Галина Бахшиева
«Башинформ»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө