Башҡортостандың ете үҙешмәкәр коллективы «атҡаҙанған» исемен алды

Башҡортостандың ете үҙешмәкәр коллективы «атҡаҙанған» исемен алды

Өфөлә Башҡортостандың ете үҙешмәкәр коллективы «атҡаҙанған» исемен алды. Күптән түгел Ҡала мәҙәниәт һарайында Рәсәй Дәүләт халыҡ ижады йортоноң 100 йыллығына бағышланған үҙешмәкәр сәнғәт коллективтарының V «Дуҫлыҡ гөлләмәһе» республика фестиваленең гала-концерты уҙҙы. «Ун айҙа эксперт комиссияһы 16 меңдән ашыу үҙешмәкәр артистар ҡатнашлығында биш мең самаһы концерт номерын ҡараны. Шуларҙың 943-ө үҙҙәренең исемен раҫланы, быйыл 169 коллективҡа исемдәр бирелде. Бөгөн республикала «халыҡ» һәм «өлгөлө» исемен йөрөткән 1112 коллектив иҫәпләнә», — тип хәбәр итә Республика халыҡ ижады үҙәге. Был көндә Башҡортостандың тағы ете үҙешмәкәр коллективы «Атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы» исеме бирелеүе тураһында таныҡлыҡ алды. Улар — «Ирәндек» халыҡ бейеү ансамбле (Өфө), Башҡорт халыҡ хоры (Әбйәлил районы), «Рус биҙәктәре» рус халыҡ фольклор ансамбле (Архангел районы), «Холмичи» өлгөлө ҡалаҡ һуғыусылар театры (Ҡалтасы районы), «Хаят» татар халыҡ театры (Яңауыл районы), «Тамбур» биҙәү-ҡулланма сәнғәте клубы (Балаҡатай районы), «Берҡаҙан» өлгөлө ҡурайсылар ансамбле (Дәүләкән районы). Сарала шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Еңеү салюты» республика халыҡ ижады бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. 680-дән ашыу ҡатнашыусы лауреат һәм дипломант булды. 

 «Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb