Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Лилиә ФАТЫХОВАНЫҢ ижад кисәһе
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Лилиә ФАТЫХОВАНЫҢ ижад кисәһе
Лилиә Фатихова - сатира һәм юмор өлкәһендә ҙур танылыу яулаған билдәле артист. Ул 35 йылға яҡын ғүмерен сәхнәгә бағышлай. Тамашасы уның концерттарына тормош мәшәҡәттәренән бер аҙ арынып, кәйефләнеп, йәнләнеп, күңелдәрҙе елкендереү өсөн ашыға.
Нәфис һүҙ оҫтаһының репертуары шаҡтай бай. Лилиә Фатихова Р.Ғәрипов, Ә.Атнабаев кеүек башҡорт классиктарының, С.Итбаев, Ф.Иҡсанов, Р.Тимершин, М.Сәлим, Т.Миңнуллин һәм башҡа хәҙерге авторҙарҙың лирик-драматик, сатирик әҫәрҙәрен оҫта башҡара. Уның юғары актерлыҡ һәләте ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сағыу, ҡабатланмаҫ ҡатын-ҡыҙ образдары тыуҙырыуға булышлыҡ итте. Лилиә Фатыхова тарафынан “Эскесе” интермедияһында эскесе ҡатыны, ҡәйнә, бәләкәй ҡыҙ һәм башҡа бихисап ябай һәм шул уҡ ваҡытта тәрән психологик образдар тамашасыны берсә көлдөрә, берсә илата. Йәмғиәттәге етешһеҙлектәрҙе фашлау, ғаилә, кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сатира һәм юмор аша күрһәтеүгә уңышлы ирешә ул. Фатиховтарҙың ғаилә концерты, Х.Фатиховтың юбилей кисәһе, таетраллаштырылған “Лилиә Фатыхова никах яңырта”…Һанай китһәң эс ҡатырғыс пародияларға, мәҙәкле һәм ҡыҙғаныс күренештәргә, йыр-моңға бай дәртһеҙҙәрҙе дәртләндерер, күңелдәргә йәм өҫтәр бихисап тамашалар шәлкемен әҙерләп тамашасыға бүләк итте.
Шулай уҡ Лилиә Фатихова “Ихлас” төркөмөнә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Был төркөм менән бергә ул Башҡортостандың район-ҡалаларын урап сыға. Бөгөнгө көндә сәхнә оҫтаһы Фәдис Ғәниев төркөмө составында сығыш яһай.
Лилиә Фатыхова ижади эҙләнеүҙән туҡтамай һәм тамашасыларҙы көлкө көнөнә арналған сираттағы үҙенсәлекле театраллаштырылған тамашаға саҡыра. Уйын-көлкөгә, йыр-моңға бай тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар!
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө