Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Башҡортостандың халыҡ артисы Мөхәммәт Иҙрисов вафат булды
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 08 февраль 2012
Башҡортостандың халыҡ артисы Мөхәммәт Иҙрисов вафат булды
2012 йылдың 4 февралендә РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, мәшһүр бейеүсе Мөхәммәт Рамаҙан улы Иҙрисов 92-се йәшендә вафат булды.
Мөхәммәт Рамаҙан улы 1920 йылдың 18 февралендә Хәйбулла районы 2-се Мырҙа ауылында тыуа. 1939 йылда Баймаҡ районына рудникка эшкә килә. Ошонда эшләгән сағында үҙешмәкәр түңәрәктәргә йөрөй, сығыш яһай. 1941 йылда Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһына әҙерлек башланған осорҙа, Фәйзи Ғәскәров уны ла исемлеккә индерә һәм Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә эшкә саҡыра.
Мөхәммәт Иҙрисов башҡорт сәхнә бейеүе үҫешенә ҙур өлөш индерә, бейеүҙәрҙе халыҡсан башҡарыуы менән айырылып тора. «Өс таған», «Һыу буйында», «Бүләк», бигерәк тә бейеүсенең репертуарында төп урынды алып торған «Байыҡ» бейеүе менән Мөхәммәт Иҙрисовтың исеме айырылғыһыҙ бәйләнгән. Уның ым-ишараһы, хәрәкәте, мут йылмайыуы, таҡмаҡлап бейеүе айырым оҫталыҡ ул. «СССР халыҡтары бейеүҙәре» менән ил буйлап йөрөгәндә лә, сит ил сәхнәләрендә лә «Байыҡ» менән сәхнәгә сығыуы була, тамашасылар геү итеп ҡала. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булған мәшһүр бейеүсе Мөхәммәт Иҙрисов халыҡ бейеүҙәрен профессиональ кимәлгә күтәрә, ә профессионаллеккә халыҡсанлыҡ өҫтәй.
Һоҡланғыс кеше һәм талантлы бейеүсе Мөхәммәт Рамаҙан улы Иҙрисов хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Некрологка республика Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡул ҡуйған.
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы»
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Бүздәк районындағы китапхана Факиһа Туғыҙбаева исемен йөрөтәсәк
Йома, 31 январь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө